Байназар

 

           Үҙенең матурлығы менән һәр кемде һоҡландырған Урал тауҙары итәктәрендә, наҙлы Ағиҙел туғайҙарында, Яйыҡ, Дим, Һаҡмар, Йүрүзән һәм башҡа эреле-ваҡлы йылға буйҙарында борон-борондан батырлығы, ҡунаҡсыллығы, киң күңеллелеге менән дан тотҡан башҡорт халҡы йәшәп килә Әле ғәрәп  сәйәхәтселаренең юлъяҙмаларында уҡ телгә алынған был халыҡ үҙ  еренең именлеге, яҡшы тормош һәм ғәҙеллек өсөн күп быуаттар буйы көрәшкән, күп ҡорбандар биргән.

           Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ Ағиҙелдең үрге ағымындағы матур туғайҙарында Ҡурғашлы, Кәлтәгәү, Бешәке, Ҡағы, Бәләкәй Нөгөш буйҙарында төйәкләнгән.

         Тарих фәндәре кандидаты, БДУ доценты Әнеүәр Әсфәндийәровтың, “Баш­ҡортостан ауылдары тарихытигән китабындағы мәғлүмәттәргә ҡара­ғанда, Байназар ауылы хәҙерге Бөрйән райо­ны территорияһында барлыҡҡа килгән Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ауылдарың иң боронғоһо.1786 йылдағы картала ул утар итеп күрһәтелә, 2 1812йылда, хәҙерге Әбйәлил районының үҙәге Аҫҡарҙан,  утыҙ ғаилә күсеп ултырғас, Байназар ауыл булып, Байназар Ильясов тигән кешенең исемен йөрөтә башлай. 1816 йылда Байназар Ильясовҡа 64 йәш була. Тимәк, ул Салауат Юлаевтың ҡорҙашы, йәштәше булып сыға. Был мәғлүмәт Байназар бәлки Салауаттың көрәштәше, уның яугиры ла булғандыр, тип фараз итергә урын ҡалдыра.

         Байназар йорт старшинаһы була 32м бер нисә йылдан уны бер туған ҡустыһы Алтынбай Ильясов алмаштыра. Байназарҙың улдары күп була 32м етенсе ревизия (халыҡ иҫәбен алыу) уларҙы исемләп күрһәтә: Иҫәнғол, Ҡарағол, Солтанғол, Мөьминғол, Исламғол, Ғәбделвәли, Сәйфелмөлөк.

       Ауыл  халҡы ревизиянан ревизияға арта бара. 1816 йылда 39 йорт булып, бөтәһе 273 кеше йәшәһә, 1920 йылда 274 йортта 1152 кеше иҫәпләнә.

      Байназар ауылы элек-электән Ағиҙел йылғаһының ике яҡ ярында урынлашҡан була. 1850 йылда байтаҡ кеше Ҡағы йылғаһы буйына күсеп ултыра4ас,  унда йәнә Байназар утары барлыҡҡа кил2 32м ул үҙәге Әхмәт ауылы булған Түңгәүер волосына ҡарай. Байназарҙар малсылыҡ, бигерәктә йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Халыҡ һунарсылыҡ, балыҡ тотоу һәм  солоҡсолоҡ менән дә мауыға.

         1806 – 1807 йылдарҙа союздаштарҙың Францияға ҡаршы һуғышында Байназар6ан  Аслан Байрамғәлин һәм Рафиҡ Атанғолов 7атнаша.1812 йылғы Ватан Һуғышында зауряд-хорунжий Килдеғол Ибраһимов, рядовойҙар Буранғол Әбделкәримов, Ҡорманғәле Миңлейәров, Рәхмәтулла Мәрәсов, Ишназар Дәүләткилдин һәм Ишбулат Науразбаевтар Парижды алыуҙа 7атнашып  32м к1р32тк2н батырлы7тары 0с0н, көмөш миҙал ме­нән наградланалар, 2  Сарбай Байрамғол улы  Әмиров яу яланында ятып ҡала. Байназарҙap граждандар һуғышында ла актив ҡатнаша. Әфләх Дәүләтшин Төньяҡ Кав­каз революцион советының Почет грамотаһына лайыҡ була, Фазлетдин Иманғолов исеме яҙылған почетлы ҡорал менән бүләкләнә.

       Революцияға тиклем ауылда берҙәм бер дөйөм халыҡ йорто булған мәсеттә баҫма һәм ҡулдан яҙылған бик күп китап һаҡланған. Утыҙынсы йылдарҙа мәсет йорто клуб итеп үҙгәртелгәс, дингә, иҫкелеккә ҡаршы көрәш сараһы тип аңлап, шул осорҙоң комсомолецтары тарафынан ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған китаптар күпләп юҡ ителә. Хәҙер асыҡланыуынса, унда дини китаптар ғына түгел, бәлки, ҡиммәтле тарихи ҡулъяҙмаларҙа булған.

 

        Егерменсе йылдарҙың аҙаҡтарында, утыҙынсы йылдарҙың баштарында ауыл хужалығын коллективлаштырыу   башлана. 1923 йылда Байназар, Мораҙым һәм Нәби ауылдары бер колхоз берләшә. Колхоз төҙөүҙ2 партия ячейкаһы секретары Бикмөхәмөт Нурғәлин, ауыл Советы председателе Рәхмәтулла Һатыбалов комсомолдың район комитеты секретары Ғәйнетдин Тажитовтар етәкселегендә Фазлетдин һәм Нәсибулла Иманғоловтар, Әфләх һәм Мөхәмәт Дәүләтшиндар, Һаҙый һәм Әшрәф Ҡара4оловтар, Әшрәф Иҫәнғәлин, Ғылметдин Хәйбуллин, Ағзам Салауатов, Сабитулла Ишбулатов, РәсулҮтәбаев Ишмөхәмәт Әлибәков Зәйнулла Баймырҙин,Талха Моратшин һәм башҡалар ҙур активлыҡ күрһәтә.

       Ауыл хужалығы коллективлаштырыу менән бер рәттән илебеҙ62 культура революцияһыла тормошҡа ашырыла. 1924 йылда Байназарҙа беренсе совет мәктәбе асыла. Ғаяз Ҡәҙерғолов, ауылдаштарыбыҙ Сабир Зарипов, Әбделмәмбәт ауылынан Ғәлимйән Мөхәмәтҡоловтар тәүге уҡытыусылар була. 1930 йылда тотош район өсөн берҙән бер крәҫтиән йәштәре мәктәбе лә беҙҙең ауылда асыла. Был мәктәпте ойоштороуҙа уның тәүге директоры Борай районы егете Малик Әбдюковтын, тәүге уҡыу-уҡытыу эштәр бүлеге мөдире мәрхүм Дауыт Рахманғоловтың хеҙмәте ҙур булды.Мәктәп районыбыҙ өсөн белемле кадрҙар әҙерләүҙә ғәйәт ҙур роль уйнаны. Ошо уҡ йылдарҙа ауылыбыҙ ҙа тәүге фельдшерлыҡ пункты, балалар баҡсаһы, китапхана, клуб, ололар араһында грамотаһыҙлыҡты бөтөрөү буйынса киске мәктәп, почта бүлексәһе, сельпо эшләй башланы 32м ауыл телефон, радио 1тк2ртелде.                          

 

       Ауылға   ат көсө менән эшләй торған бесән сапҡыс һәм йыйғыстар, иген сәскес,урғыс, һуҡтырғыстар килтерел2. Колхозсылар иген һәм йәшелсә үҫтерергә өйрән2. Тормош күҙгә күренеп яҡшыра башлай. Үҙ эштәренең оҫталарына әйләнгән тәүге стахановсылар барлыҡҡа кил2. Колхозда уңыш бүлеү ҙур байрамға әйлән2. Иң күп хеҙмәт көнө эшләгән колхозсыларға ылау-ылау иген оҙатыла.

         1930 йылда бер төркөм хеҙмәт алдынғылары Мәхмүтдин Сөйәрғолов, Басир Ғәйнуллин, Осип Архипов, ирле-ҡатынлы Бәҙерниса һәм Ильяс Байназаровтар, мәктәп директоры Лотфулла Ғәлиев Бөтә Союз ауыл хужалығы ҡаҙаныштары Күргәҙмәһендә ҡатнашалар.

     Ауылыбыҙҙың үҙ интеллигенцияһы барлыҡҡа килә башлай. Йәштәрҙән Хәсбиямал Салауатова, Бикә Мырҙағолова, Ағзам Байназаров, Халиҡ Ҡарағолов һәм башҡалар махсус белемле уҡытыусылар булып ҡайталар.

     Тормош шарттары яҡшыра, культураһы үҫ2, халы7 иркен, матур й2ш2й  башлай, л2кин Бөйөк Батан һуғышы Байназар ауылы халҡына ла ауыр ҡайғы  һәм михнәттәр алып кил2. Ауылыбыҙҙы8 ир- арыҫландары ҡулдарына ҡорал алып тыуған илебеҙҙең азатлығы өсөн яуға күтәрел2.  Байназар ауылынан ғына һуғышҡа 121 кеше китеп, шуларҙың 63-сө яу ҡырҙарында ятып ҡала,  3 кеше хеҙмәт армияһынан әйләнеп ҡайта алмай.

       Ауылдаштарыбыҙ фронтта күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден һәм миҙалдар менән наградлана. Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры, рота команди­ры өлкән лейтенант Халиҡ Ҡарағоловтың, Ватан һуғышы ордены кавалеры Ағзам Байназаров һәм Мөҙәрис Назаровтарҙың исемдәрен беҙ оло хөрмәт менән телгә алабыҙ.Тылдағы ҡатын-ҡыҙҙар Һәм йәш үҫмерҙәр "Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһелә дошманды тиҙерәк еңеү өсөнтигән саҡырыу аҫтында эшләп, һуғыш ваҡытында массовый ҡаһарманлыҡ  күрһәттеләр.

 

        Һуңғы йылдары Байназар ауылы танымаҫлыҡ үҙгәр2, ҙурлығы буйынса район үҙәгенән ҡала икенсе урында тора. Унда 342 хужалыҡ иҫәпләнә һәм 1349 кеше йәшәй. Ауылда культура йорто, китапхана, урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участҡа больницаһы, аптека, киң экранлы кино уста­новка, 5 магазин, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү һәм прокат пункты, почта бүлексәһе, автомат- телефон станцияһы һәм башҡалар эшләй. Ауыл тулыһынса электрлаштырылған һәм радиолаштырылған. Өй һайын тип әйтерлек телевизор, электр приборҙары бар. Байтаҡ ғаилә газ плиталары менән файҙалана.Ауыл Советы буйынса граждандарҙын 15 еңел шәхси автомашинаһы, һәр өйҙә тип әйтерлек ауыр һәм еңел мотоциклдар бар.

Ағиҙелколхозынын 1950 гектар ауыл хужалығы ере шул иҫәптән бер мең гектар иген сәсеүлеге бар. Бөгөнгө көндә колхоздың төрлө маркалы 40 тракторы 13 иген  комбайны, 6 силос комбайны, егерменән артыҡ автомашинаһы иҫәпләнә. Колхоз 3100 баш мөгөҙлө эре мал, 400 баш йылҡы, 270 баш сусҡа аҫырай.

Халыҡ хужалығының һәр тармағы буйынса ауылыбыҙҙың үҙ кадрҙары үҫеп сы. Колхоз, мәктәп, больница һәм башҡа ойошмалар тулыһынса үҙ кадрҙары менән тәьмин ителә. Бынан тыш ауылдаштарьыбыҙҙың байтағы башҡа хужалыҡтарҙа, күрше райондарҙа һәм өлкәләрҙә етәкселәр һәм баш белгестәр булып  эшләй. Улар араһында фән кандидаттары, артистар. яҙыусылар, һәм башҡа һөнәр эй2л2ре  күп.

        Ауылдаштарыбыҙ араһынан алты кеше республикабыҙҙың атҡаҙанған малсыһы, ике кеше атҡаҙанған механизато­ры. 4 кеше атҡаҙанған уҡытыусыһы исемен яулаған. Алты кеше хеҙмәттәге уңыштары өсөн СССР ордендары һәм күптәре миҙалдар менән наградланған. Ауылдаштарыбыҙҙың    был уңыштары менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.Ауылдың киләсәге йәштәр ҡулында. Улар ҙа ата-бабаларының данлы традицияларын артабан дауам итер тигән  ышаныс бар.

 

 

 

          Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Л. С. Ишбулатов һөйләгәндәрҙән Д.Аллабирҙин яҙҙы.